- Мал-тыуарҙы ауыл биләмәһе территорияһында (урамдарҙа, парктарҙа, баҡсаларҙа) иректә йөрөтөү тыйыла! – тип яуап бирә Раевка ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары Вадим КИЛСУРИН. – Биләмә территорияһын төҙөкләндереү һәм санитар тәртиптә тотоу ҡағиҙәләренә ярашлы, йорт хайуандары һәм ҡош-ҡорт милексенең ер участкаһы сиктәрендә генә йөрөтөлөргә тейеш.
Көтөү урынына малдарҙы сығарыу биләмә хакимиәте рөхсәте менән генә эшләнә, ә мал хужалары уларҙы алып барырға һәм алып ҡайтырға тейеш.
Шуны ла хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, хәҙер ауыл хужалығы малдарын биркаһыҙ көтөүгә сығарыу тыйыла. Биркаларҙы ауыл Советында (һыйыр малдарына – 16 һум 39 тин, һарыҡ-кәзәләргә – 14 һум) һатып алырға мөмкин.
Ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн административ яуаплылыҡ – граждандарға 500 һумдан алып 1000 һумға тиклем, вазифалы кешеләргә 2000 һумдан 3000 һумға тиклем, юридик шәхестәргә 20000 һумдан алып 30000 һумға тиклем штраф ҡаралған.