Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”

“Һеҙ быйыл район һабантуйы 2 июндә була, тип яҙҙығыҙ. Ә ниндәй ауылдарҙа яҡташтар менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ?” – тип һорай Аксен ауылында йәшәүсе.

- Ауыл биләмәләренең юбилейҙарына арналған онотолмаҫ һәм сағыу байрамдар үткәреү матур йолаға әйләнде, - тип яуап бирә район Советы секретары Шамил СӘЛИМОВ. – Йәйен Ыҫлаҡ ауылы үҙенең 280 йыллығын билдәләйәсәк. Мәндәндәр ҙә ауылдарының 240 йыллығына йыйыласаҡ. Воздвиженка ауыл Советында быйыл юбилейҙар күп: Осоргино һәм Челноковка ауылдары ойошторолоуға 190 йыл туласаҡ, Чехов исемендәге шифахана ауылы 120 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Ибрай ауыл Советының – Аҡбирҙе, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл Советының - Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Ғәйнәямаҡ ауыл Советының – Бүҙәнйәр, Шафран ауыл биләмәһенең Ҡаран һәм Ташкисеү ауылдары ла 90 йыллыҡ юбилейҙарын үткәрәсәк.

Бындай тантаналарҙың әһәмиәте ҙур: ауылдар төҙөкләндерелә, күркәмләнә, ауыл халҡы һәм яҡташтарҙың берлектәге тырышлығы менән йәмәғәт урындары, ата-бабалар ерлән зыяраттар тәртипкә килтерелә. Һәм, әлбиттә, күптән күрмәгән туғандар, бала саҡ дуҫтары һәм ауылдаштар менән осрашып һөйләшеү күңелдәрҙә йылы хәтирәләр ҡалдыра.

Читайте нас: