Әлшәй хәбәрҙәре
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Йәш әсәләр өсөн

“Әле декрет ялындамын, ҡыҙыма бер йәш. Әммә эшкә сығыу тураһында уйлай башланым инде. Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге аша уҡып һөнәр ала аламмы икән, мәҫәлән, парикмахерлыҡҡа?” – тип һорай йәш әсә.

Көньяҡ-көнбайыш район-ара халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең Әлшәй районы буйынса бүлеге етәксеһе Венера ХӘМИҘУЛЛИНА яуап бирә:

- Әлбиттә, тик балағыҙға йәш ярым булғас ҡына. Беҙҙең бүлек өс йәшкә тиклем бала тәрбиәләү буйынса декрет ялында булған ҡатындарҙы уҡырға ебәрә. Әммә бер нисә шарт бар.

Әгәр һеҙ предприятиенан декретҡа киткәнһегеҙ икән, бала тәрбиәләү буйынса отпускыла булған һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итеүҙе планлаштырған ҡатын-ҡыҙҙарҙы һөнәри әҙерләү программаһы буйынса уҡыясаҡһығыҙ. Әгәр инде декрет отпускыһына тиклем эшләмәһәгеҙ, балағыҙға йәш ярым булғас, эшһеҙ кеше булараҡ, һеҙгә халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Һөнәри әҙерлек, яңынан әҙерлек йәки квалификацияны күтәреү республика бюджеты иҫәбенә башҡарыла, стипендия түләнә.

Парикмахер һөнәренә килгәндә иһә, бының өсөн алты ай Өфөлә уҡырға кәрәк. Имтиханды уңышлы тапшырғандан һуң махсус квалификация, разряд һәм билдәләнгән өлгөләге документ бирелә.

Читайте нас: