Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

“Библиотөн”гә саҡырабыҙ

21 апрелдә Әлшәй биләмә-ара үҙәк китапханаһы һәм уның ауылдарҙағы филиалдары йыл һайын үткәрелеүсе “Библиотөн” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашасаҡ. Акция сараларының төп темаһы – “Китап тылсымы”.

21 апрелдә Әлшәй биләмә-ара үҙәк китапханаһы һәм уның ауылдарҙағы филиалдары йыл һайын үткәрелеүсе “Библиотөн” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашасаҡ. Акция сараларының төп темаһы – “Китап тылсымы”.

- Район үҙәгендә һәм ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн төрлө танып белеү һәм күңел асыу программалары, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр әҙерләнде, килеүселәргә шулай уҡ Ватаныбыҙҙың иң яҡшы фильмдары күрһәтеләсәк. “Библиотөн”дә ҡатнашыусылар, интеллектуаль викториналарҙа һәм бәйгеләрҙә үҙ оҫталығын һәм белемен күрһәтә ала.

Был көндө балалар китапханаһы мауыҡтырғыс библиоквест тәҡдим итә, сара 13 сәғәттә башлана. Теләге булғандар шулай уҡ “Тыуған яҡ тураһындағы китаптары буйлап сәйәхәт” квест-уйынында ҡатнаша, “Китап биргән һорауҙар” әҙәбиәт лотоһында уйнай, “Маг-селфи” фотомайҙансығында фотосессия үткәрә һәм “Әҙәбиәт бульварында китап менән осрашыу” әҙәби-музыкаль кисәһенә килә ала.

Акцияла ҡатнашҡан һәр кеше был сараларҙа үҙе өсөн кәрәкле һәм файҙалы мәғлүмәт табыр, тип ышанабыҙ, - тип хәбәр итте редакцияға биләмә-ара үҙәк китапхана директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Луиза АҪЫЛГӘРӘЕВА.

Читайте нас: