Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сауҙа үҙәктәре тикшерелә

“Алыҫ Кемероволағы фажиғә барыбыҙҙы ла тетрәндерҙе. Ошондай уҡ сауҙа үҙәктәре Раевкала ла бар, уларҙың береһендә уйын бүлмәһе иң юғары ҡатта урынлашҡан...”

“Алыҫ Кемероволағы фажиғә барыбыҙҙы ла тетрәндерҙе. Ошондай уҡ сауҙа үҙәктәре Раевкала ла бар, уларҙың береһендә уйын бүлмәһе иң юғары ҡатта урынлашҡан. Беҙ балаларыбыҙҙың хәүефһеҙлегенә бер нимә лә янамауына ышана алабыҙмы?” – тип һорай гәзитебеҙҙең социаль селтәрҙәге төркөмөндәге йәш әсәләр.

- Кемерово ҡалаһындағы сауҙа-күңел асыу комплексында сыҡҡан ҙур янғында бик күп кеше һәләк булды. Шуға бәйле район прокуратураһы республика прокуратураһы ҡушыуы буйынса сауҙа үҙәктәрен, шул иҫәптән балаларҙың ял итеү урындарын, мәҙәниәт һәм спорт объекттарын тикшереүҙе ойошторҙо, - тип яуап бирә район прокурорының өлкән ярҙамсыһы Алина ХАФИЗОВА. – Тикшереү сараларына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре лә йәлеп ителде. Унда милек хужаларының һәм башҡа яуаплы кешеләрҙең янғынға ҡаршы ҡануниәт талаптарын күҙәтеүе тикшерелә. Хәбәр итеү һәм автоматик янғын һүндереү системаларының тейешенсә эшләүенә, эвакуация юлдарының булыуына һәм уңайлылығына айырым иғтибар йүнәлтеләсәк. Тикшереү һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итәсәкбеҙ.

Читайте нас: