Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

“Йорт комплекты” программаһы ғәмәлдәме?

“Быйыл өй һала башларға уйлайбыҙ. “Йорт комплекты” программаһы тураһында яҙһағыҙ ине. Ул һаман да ғәмәлдәме һәм беҙгә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?” – тип һорай Иҙрис ауылынан йәш ғаилә.

“Быйыл өй һала башларға уйлайбыҙ. “Йорт комплекты” программаһы тураһында яҙһағыҙ ине. Ул һаман да ғәмәлдәме һәм беҙгә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?” – тип һорай Иҙрис ауылынан йәш ғаилә.

- “Йорт комплекты” программаһы ғәмәлдә, - тип яуап бирә район хакимиәтенең торлаҡ программаларын бойомға ашырыу буйынса баш инспектор Зөлфиә ВӘЛИШИНА. – Ул түбәндәгесә бойомға ашырыла: “Башҡортостан Республикаһының торлаҡ төҙөлөшө үҫеш фонды” коммерция булмаған ойошмаһы биш йылға 5 процентлы льготалы заем бирә. Был аҡсаға ағас төҙөлөш материалдары һатып алырға була. Ул бура йәки бурса, таҡта булырға мөмкин.

Льготалы заем алыр өсөн түбәндәге талаптарға тура килеү мөһим: милектә йәки аренда килешеүе төҙөлгән ер участкаһы булыу, төҙөлөш өсөн рөхсәт ҡағыҙы, урындағы үҙидара органы ҡарары менән торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булыуҙы таныу, кредит алыу мөмкинлеге биреүсе дөйөм ғаилә килеме булыу.

Читайте нас: