Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Минималь хеҙмәт хаҡынан аҙ түләһәләр

“1 ғинуарҙан минималь хеҙмәт хаҡы күләме артты. Был закон шәхси фирмаларға ла ҡағыламы? Мин шәхси һаҡ ойошмаһында эшләйем. Түбән эш хаҡы алам”, - тип шылтыратты беҙгә бер егет.

“1 ғинуарҙан минималь хеҙмәт хаҡы күләме артты. Был закон шәхси фирмаларға ла ҡағыламы? Мин шәхси һаҡ ойошмаһында эшләйем. Түбән эш хаҡы алам”, - тип шылтыратты беҙгә бер егет.

Район прокурорының өлкән ярҙамсыһы Алина ХАФИЗОВА яуап бирә:

- Хеҙмәт кодексына ярашлы, бер ай өсөн эш ваҡыты нормаһын тулыһынса үтәгән хеҙмәткәрҙең эш хаҡы федераль минималь хеҙмәт хаҡы күләменән аҙ булырға тейеш түгел. Рәсәйҙә 2018 йылдың 1 ғинуарынан минималь хеҙмәт хаҡы 9489 һум тәшкил итә.

Шул уҡ ваҡытта эш хаҡына оклад ҡына түгел, компенсация түләүҙәре (мәҫәлән, хеҙмәт шарттары өсөн төрлө өҫтәмәләр), премиялар ҙа инеүен хәтерҙә тоторға кәрәк. Тимәк, әгәр хеҙмәткәр бер ай өсөн бөтә өҫтәмәләр һәм дәртләндереүҙәрҙе (премияларҙы) индереп, минималь хеҙмәт хаҡы күләменә тиң эш хаҡы алған икән, эш биреүсе тарафынан закон боҙолмаған. Хеҙмәткәрҙән ҡайһы бер тотоп ҡалыуҙар (мәҫәлән, алименттар) булһа, шулай уҡ тулы булмаған эш көнө шарттарында “ҡулға” минималь хеҙмәт хаҡынан түбән эш хаҡы алыуы мөмкин. Бындай осраҡ, эш көндәрен һәм сәғәттәрен күрһәтеп, хеҙмәт килешеүендә йәки уға өҫтәмә килешеүҙә теркәлергә тейеш.

Әгәр Һеҙ тулы эш көнө эшләп, минималь хеҙмәт хаҡы күләменән түбән эш хаҡы (оклад+компенсация/премия) алаһығыҙ икән, эш биреүсе хеҙмәт хаҡын арттырырға тейеш. Әгәр эш биреүсе (ойошма йәки шәхси эшҡыуар), һеҙҙең осраҡта шәхси һаҡ ойошмаһы, билдәләнгән федераль хеҙмәт хаҡынан түбән эш хаҡы түләүҙән баш тартһа һәм уны түләүҙе дауам итһә, бының өсөн РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 5.27-се статьяһы 6-сы бүлеге буйынса яуаплылыҡ ҡаралған.

Читайте нас: