Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Ер участкаһы хужалары өсөн һалым ҡайтармалары

“Пенсионерҙарға ер һалымы буйынса яңы һалым ҡайтармалары тураһында ишеттем. Тулыраҡ аңлатма бирә алмаҫһығыҙмы икән”, – тип мөрәжәғәт итте Торонтайыш ауылында йәшәүсе ир.

“Пенсионерҙарға ер һалымы буйынса яңы һалым ҡайтармалары тураһында ишеттем. Тулыраҡ аңлатма бирә алмаҫһығыҙмы икән”, – тип мөрәжәғәт итте Торонтайыш ауылында йәшәүсе ир.

- Льготалы категорияға ингән граждандарға бер участка буйынса 600 квадрат метрҙың кадастр хаҡына ер һалымын кәметеүсе һалым ҡайтармалары билдәләнде. Льготаға эйә булыусылар иҫәбендә пенсионерҙар, Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы Геройҙары, I һәм II төркөм инвалидтары, бала саҡтан инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәт ветерандары һәм башҡалар бар, - тип аңлатма бирҙеләр Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 31-се район-ара инспекцияһында.

- Льготанан файҙаланыу өсөн 2017 йыл һалымдарын түләгәндә льготасылар 1 июлгә тиклем һалым ҡайтармалары ҡулланыласаҡ участка тураһында һалым органдарына мөрәжәғәт итергә тейеш. Белдереү ҡағыҙын шулай уҡ “шәхси кабинет” йәки почта аша ебәрергә мөмкин.

Әгәр һалым түләүсе элек льготанан файҙаланған булһа (мәҫәлән, пенсионер милеккә һалым буйынса), белдереү ҡағыҙы ебәреү кәрәкмәй. Ә кем 2018 йылда беренсе тапҡыр бындай хоҡуҡҡа эйә булһа, (мәҫәлән, быйыл пенсия йәшенә етһә), льгота алыу өсөн һалым органына ғариза тапшырырға кәрәк.

Читайте нас: