- Хөкөм ителгәнлек булыу-булмау тураһында белешмә биреү буйынса дәүләт хеҙмәтен Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт үҙәге күрһәтә. Белешмә алыуҙың иң уңайлы һәм тиҙ алымы – ғаризаны электрон рәүештә биреү, - тип аңлатма бирҙе Рәсәй Эске эштәр министрлығы Әлшәй районы буйынса бүлеге штабы өлкән инспекторы Гөлнара ХАЖИӘХМӘТОВА. – Бының өсөн www.gosuslugi.ru сайтында теркәлеп, махсус код алырға кәрәк. Әйткәндәй, шәхесте раҫлау кодын хәҙер граждандарҙы ҡабул итеү ваҡытында беҙҙең Эске эштәр министрлығы бүлегендә лә алырға мөмкин.
Дәүләт хеҙмәттәре сайтында электрон ғариза бланкын тултырығыҙ һәм әҙер белешмәне алыу алымын һайлағыҙ:
“шәхсән мәғлүмәт үҙәгендә” – Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 7 адресы буйынса (Коммунистик урамы яҡлап инергә, Эске эштәр министрлығының ижтимағи ҡабул итеү бүлмәһе) йәки “теркәлгән адрес буйынса почта аша” – белешмә йәшәгән урын буйынса полиция бүлегендә биреләсәк.