Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һәр шоферҙың яҡтылыҡ ҡайтарыусы жилеты булырға тейеш

“Гәзиттә ЮХХДИ бүлексәһе етәксеһе Салауат Ҡотлоев менән әңгәмәне ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым. Унда, шофер таныҡлығын алмаштырғанда яңынан имтихан тапшырырға кәрәкмәй, тигәнде уҡып тынысландыҡ инде. Ә бына тиҙҙән бөтә шоферҙарға ла мотлаҡ буласаҡ яҡтылыҡ ҡайтарыусы жилеттар тураһында бер нимә лә әйтелмәгән. Улар ниндәй төҫтә булырға тейеш, әллә айырма юҡмы?” – тип һорай автоһәүәҫкәр-пенсионер.

- 18 марттан Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр ғәмәлгә инәсәк, уларға ярашлы, шоферҙар ауылдарҙан ситтә тәүлектең ҡараңғы ваҡытында мәжбүри туҡталған, йә булмаһа күреү сикләнгән шарттарҙа юлда йәки юл ситендә туҡтап торған осраҡта яҡтылыҡ ҡайтарыусы материалдан һыҙаттары булған куртка йәки жилет кейергә тейеш, - тип аңлаттылар Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса ЮХХДИ бүлексәһендә. – Жилеттың төҫө әһәмиәтле түгел. Ә бына был ҡағиҙәне боҙған өсөн 500 һум күләмендә штраф билдәләнгән.

Читайте нас: