Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Табипҡа яҙылыуҙың берҙәм номеры үҙгәрҙе

“Поликлиникала табип ҡабул итеүенә телефон буйынса нисек яҙылырға?” – тип шылтырата беҙгә йыш ҡына өлкән йәштәге кешеләр.

Поликлиникала табип ҡабул итеүенә телефон буйынса нисек яҙылырға?” – тип шылтырата беҙгә йыш ҡына өлкән йәштәге кешеләр.
- 20 февралдән табипҡа яҙылыу өсөн республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Контакт-үҙәгенең берҙәм бушлай номеры үҙгәрҙе. Хәҙер 09383 урынына 1301 һандары менән шылтыратырға кәрәк, - тип аңлаттылар Раевка үҙәк район дауаханаһында. – Беҙҙең поликлиниканың коды элеккесә – 540.
1301 берҙәм бушлай номеры буйынса һеҙ тәүге звено белгестәре: терапев, педиатр, стоматолог, гинеколог һәм дерматовенерологҡа яҙыла алаһығыҙ.
Табип ҡабул итеүенә элеккесә поликлиника регистратураһында 8 (34754) 2-20-62 (өлкәндәр өсөн регистратура), 2-39-65 (балалар консультацияһы), 3-22-08 (стоматология бүлеге) номерҙары буйынса ла яҙыла алаһығыҙ. Шулай уҡ поликлиникала инфомат йәки http://www. gosuslugi.ru/ дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла яҙылырға мөмкин.
Ашығыс медицина ярҙамын 03, 8 (34754) 2-20-00, 112, 8-937-859-7282 номерҙары буйынса саҡыртырға була.
Читайте нас: