Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

БАЛА КЕМ МЕНӘН ҠАЛА?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, статистиканан күренеүенсә, никахтарҙың яртыһынан күберәге тарҡала һәм башлыса йәш парҙар айырылыша. Һөҙөмтәлә йыш ҡына баланың кем менән ҡалырына, уның ниндәй тәртиптә һәм нисек ата-әсәһе менән аралашыуына бәйле бәхәстәр тыуа. Беҙ Әлшәй район суды судьяһы ярҙамсыһы Светлана ШӘМСЕТДИНОВАНЫҢ ошо һорауҙарға яуап биреүен үтендек.

- Суд һәр бер осраҡты тикшергәндә аныҡ хәл-шарттарҙы иҫәпкә ала. Закон бында баланың атаһын йәки әсәһен яҡын күреүен, уның йәшен, атайҙың йәки әсәнең әхлаҡи һәм башҡа шәхси һыҙаттарын, баланы тәрбиәләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыуын индерә. Шулай уҡ баланың атаһы йәки әсәһе менән күпме ваҡыт бергә йәшәүе, айырым йәшәүсе атайҙың йәки әсәнең баланы тәрбиәләүҙәге, уны матди яҡтан тәьмин итеүҙәге роле лә иғтибарға алына. Һәм дә ата-әсәнең баланы тәрбиәләүҙән ситләшеү, бергә йәшәгәндә балаға ҡарата аяуһыҙ мөнәсәбәттә булыу осраҡтары ла иҫәпкә алына.

Суд практикаһында күбеһенсә бала әсәһе менән йәшәргә ҡалдырыла. Был осраҡта суд балиғ булмаған баланың мәнфәғәтенән сығып эш итә. Әсә кешенең көнкүреш йәшәү шарттары, характеристикаһы, опека һәм попечителлек органы заключениеһы иҫәпкә алына.

Айырым йәшәүсе атай йәки әсәнең дә бала менән аралашыуҙа никах тарҡалғанға тиклемге хоҡуҡтары һаҡлана. Балаһы менән ирекле рәүештә күрешеүҙән мәхрүм ителгән осраҡта улар аралашыу тәртибен билдәләүҙе талап итеп, судҡа мөрәжәғәт итә ала. РФ Ғаилә кодексының 67-се статьяһына ярашлы, олатай, өләсәй, ағайҙар, апайҙар һәм башҡа туғандар ҙа бала менән аралашыу хоҡуғына эйә.

Читайте нас: