“Радионан 1 мартта торлаҡ йорттар өсөн “дача амнистияһы”ның тамамланыуы тураһында ишеттем. Ул кемдәргә ҡағыла?” – тип һорай хеҙмәт ветераны.
Росреестрҙың БР буйынса идаралығының Әлшәй һәм Дәүләкән райондары буйынса бүлеге етәксеһе Рөстәм ХАРИСОВ яуап бирә:
-1 мартҡа тиклем шәхси торлаҡ төҙөлөшө объектын дәүләт кадастр иҫәбенә алыу һәм дәүләт милке хоҡуҡын теркәү техник план нигеҙендә генә ғәмәлгә ашырыла, унда мотлаҡ төҙөлөшкә рөхсәт тә инә. 1 марттан һуң, әгәр “дача амнистияһы” ваҡыты оҙайтылмаһа, хоҡуҡты теркәү өсөн милекте файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт ҡағыҙы кәрәк була.
Шуға ла иғтибар итегеҙ, 2001 йылдың 30 октябренә тиклем граждандарға баҡсасылыҡ, йәшелсәселек, дача хужалығы, шулай уҡ шәхси торлаҡ төҙөү һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу, участкаларҙа баҡса һәм дача йорттары, ҡаралты-ҡуралар, мунса, гараж төҙөүҙе индереп, ер участкаларына хоҡуҡты теркәүгә “дача амнистияһы” сикләнмәгән.
Шулай итеп, торлаҡ йортҡа хоҡуҡты теркәүҙе ябайлаштырылған тәртиптә (файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт ҡағыҙынан тыш) оформить итергә теләүселәргә ашығырға кәрәк. Документтарҙы Күп функциялы үҙәк йәки Росреестр порталы аша электрон рәүештә тапшыра алаһығыҙ. Һеҙҙән:
- бер үк ваҡытта дәүләт кадастр иҫәбенә алыу һәм милек хоҡуғын дәүләт теркәүе тураһында ғариза;
- төҙөлөшкә рөхсәт ҡағыҙы ҡушымтаһы менән техник план (кадастр инженеры төҙөй);
- әгәр ергә хоҡуҡ күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрында теркәлмәгән булһа, участканан файҙаланыу хоҡуғы биреүсе документтар талап ителә.
Бынан тыш, һеҙгә 350 һум күләмендә дәүләт пошлинаһы түләргә кәрәк буласаҡ.