Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Пособиелар артты

1 февралдән әсәлек һәм балалыҡҡа бәйле пособиелар 2,5 процентҡа индексацияланды. Күп кенә гәзит уҡыусыларыбыҙҙы пособиелар суммаһы ҡыҙыҡһындыра.

1 февралдән әсәлек һәм балалыҡҡа бәйле пособиелар 2,5 процентҡа индексацияланды. Күп кенә гәзит уҡыусыларыбыҙҙы пособиелар суммаһы ҡыҙыҡһындыра.
- Хәҙер беренсе баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның минималь күләме - 3613,68 һум, икенсе һәм артабанғы сабыйҙар өсөн - 7227,35 һум, - тип хәбәр итә РФ Социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе.
- Бала тыуғас, ата-әсәгә бер тапҡыр 19272,95 һум күләмендә пособие түләнә. Йөклөлөктөң тәүге айҙарында медицина ойошмаларына иҫәпкә баҫҡан ҡатындарға пособие 722,74 һумға тиклем артты.
Бала тәрбиәләгән өсөн 1 ғинуарҙан билдәләнгән айлыҡ пособиеның иң юғары күләме календарь ай өсөн 24536,57 һум тәшкил итә.
Иғтибар итегеҙ, республикала хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме (МРОТ) артыуға бәйле эшләүсе граждандарға беренсе бала өсөн айлыҡ пособие 4364 һум 94 тиндән түбән булырға тейеш түгел.
Бынан тыш, мәрхүмдәрҙе ерләүгә пособие ла индексацияланды. Ул 6556,51 һум тәшкил итә.
Читайте нас: