“Спорт ярыштарын телевизорҙан һәр ваҡыт ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарайым, ә инде Олимпия уйындары тураһындағы тапшырыуҙарҙың береһен дә ҡалдырмайым. Беҙҙең Рәсәй командаһынан бик күптәрҙең ҡышҡы олимпиадаға бара алмаясағын ишетеп бик көйөндөм. Ә беҙҙең республиканан кемдәр Пхенчханға барасаҡ?” – тип һорай район үҙәгендә йәшәүсе бер пенсионер.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, допингка бәйле шау-шыу килеп тыуыу сәбәпле, Халыҡ-ара олимпия комитеты Рәсәйҙең йыйылма командаһын Көньяҡ Кореяла уҙасаҡ ХХIII Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыуҙан ситләштерҙе. Беҙҙең спортсыларҙы ярыштарға нейтраль флаг аҫтында, гимнһыҙ, формаһыҙ һәм илебеҙ флагынан башҡа, “Рәсәйҙән олимпия атлеты” статусында ғына индерҙеләр.
Пхенчханға Халыҡ-ара олимпия комитетынан саҡырыуҙы Рәсәйҙән ни бары 169 спортсы алды. Республиканың Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, шул иҫәптән Башҡортостандан биш кеше: Антон Бабиков (биатлон), Эрнест Яхин (саңғы буйынса ике төр ярыш), Кристина Спиридонова (фристайл), Ольга Сосина (хоккей) һәм Семен Елистратов (шорт-трек) ҡатнашасаҡ. Олимпия уйындары 9 февралдән 25 февралгә тиклем уҙа, унда бөтәһе 102 комплект миҙал уйнатыласаҡ.