“Хәҙер йорт малдарының махсус биркалары булырға тейеш, тип ишеткәйнем, был дөрөҫмө?” – тип һорай Казанкала йәшәүсе бер ир.
- Республикалағы бөтә малдарға тамға һалынасаҡ, - тип хәбәр итте Әлшәй район ветеринария станцияһы етәксеһе Хәлил ШӘРИПОВ. – Хужалыҡтарҙа, шулай уҡ шәхси йорт ҡураларында аҫралған һәр малға идентификация номеры - махсус 16 һанлы код биреләсәк.
Был үҙенә күрә паспорт, унда мал тураһында бөтә мәғлүмәт яҙыласаҡ. Ул, мәҫәлән, рөхсәтһеҙ мал ҡайтартыуға юл ҡуймауға, уның күсеп йөрөүен контролдә тотоу, малдар һаны тураһында иҫәп алып барыу, урланған мал-тыуарҙы табыу, сәсеүлектәрҙе тапаған өсөн хужаларын яуаплылыҡҡа тарттырыуҙа ярҙам итәсәк.
Республикала тамға һалыу эше башланды ла инде. Беренселәрҙән булып Туймазы һәм Бүздәк райондарындағы малдарға код ҡуйылды, уҙған йылдың көҙөндә унда һәм Бәләбәй һәм Шаран райондарында бешмә ауырыуы табылыуы арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгәйне. Беҙҙең районда малдарҙы маркировкалау февраль-март айҙарында үткәреләсәк.