Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек саралары көсәйтелде

Пермдә, Силәбелә, Улан-Удэ ҡалаһында мәктәптәргә һөжүм итеүҙәр бөтә илде борсоуға һалды. Редакцияға балалары, ейәндәре өсөн хәүефләнеп шылтыратыусылар күбәйҙе.

Пермдә, Силәбелә, Улан-Удэ ҡалаһында мәктәптәргә һөжүм итеүҙәр бөтә илде борсоуға һалды. Редакцияға балалары, ейәндәре өсөн хәүефләнеп шылтыратыусылар күбәйҙе.
- Райондың дөйөм белем биреү учреждениеларында бөтә хәүефһеҙлек саралары күрелде, - тип хәбәр итте беҙгә мәғариф бүлеге етәксеһе Айҙар СОЛТАНҒОЛОВ. – Көндөҙ мәктәптәрҙә хеҙмәткәрҙәр көсө менән дежур тороуҙар ойошторолдо, улар пропуск режимына контроллек итә. Төнөн мәғариф объекттарын ҡарауылсылар һаҡлай, улар, дежурныйҙарҙан объектты ҡабул итеп ала, йәғни һаҡ эше тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Территориялар хәүефһеҙлекте тәьмин итеү талаптарына ярашлы яҡтыртыла.
Һәр уҡыу йорто эске эштәр бүлеге пультына тоташтырылған хәүеф кнопкаһы менән йыһазландырылды.Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта, полиция хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ килеп етәсәк. Шулай уҡ тотороҡло телефон бәйләнеше, мәктәпте тыштан күҙәтеү видеокамералары ҡуйылды, өҙлөкһөҙ видеояҙма алып барыла.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү буйынса даими рейдтар үткәрә.
Читайте нас: