“Бер нисә йыл элек яҡын туғандарым шәхси банктан кредит алғанда минең рөхсәтемдән тыш телефонымдың номерын биргәндәр. Кредитты улар түләп бөтөрмәгән, шунлыҡтан миңә шылтыраталар. Быға тиклем банктан шылтыратһалар, хәҙер иһә коллекторҙар хеҙмәте яфалай. Нимә эшләргә лә белмәйем...” тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә бер ҡыҙ.
-Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында кисектерелгән бурысты ҡайтарыу менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу линия” эшләй, - тип хәбәр итте ведомствоның матбуғат хеҙмәте. – Коллекторҙарҙың законға яраҡһыҙ эштәренә тап булған бөтә граждандар 8 (347) 273-71-49 телефоны буйынса эш көндәрендә 9 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем шылтырата ала. Суд приставтары федераль хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре кисектерелгән бурысты ҡайтарыу менән шөғөлләнгәндә физик шәхестәрҙең законлы мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлау буйынса федераль законды ҡулланыуға ҡағылған һорауҙарға яуап бирәсәк.
Коллекторҙар эшмәкәрлегенең хоҡуҡи нигеҙҙәрен билдәләүсе Федераль закон 2016 йылдың 3 июлендә ҡабул ителде.