Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хеҙмәт иткән йылдар педагогик стажға инәме?

“Педагогия институтын тамамлағандан һуң армияла хеҙмәт иттем һәм егерме йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләйем. Тейешле йылдар эшләгән өсөн (выслуга буйынса) ваҡытынан алда пенсияға сығыуға армияла хеҙмәт иткән ике йыл педагогик стажға индереләме?” – тип һорай бер уҡытыусы.

РФ Пенсия фондының Әлшәй районындағы идаралығы етәксеһе Минислам ҒИЛМЕТДИНОВ яуап бирә:
- Әгәр һеҙ 1959 йылдың 17 декабрендәге 1397-се ҡарар менән раҫланған тейешле йылдар эшләгән өсөн пенсияға сығыу хоҡуғы биргән исемлеккә ингән учреждениеларҙа, ойошмаларҙа һәм вазифаларҙа эшләһәгеҙ, 1993 йылдың 1 октябренә тиклемге хәрби хеҙмәт стажға индерелә ала.
Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Пенсия фонды идаралығына мөрәжәғәт итегеҙ.
Читайте нас: