Быйыл 1 апрелдән Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Бәйләнеш үҙәге берҙәм 1301 номерын 122-гә үҙгәртә.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостан – Рәсәйҙә 1301 номеры тулыһынса эшләгән берҙән-бер төбәк. Көтөү ваҡыты, ҡағиҙә булараҡ, бер минуттан артмай, ҡыҫҡа номерға шылтыратыуҙарға тариф билдәләнмәй. Табипҡа яҙылыу, өйгә табип саҡыртыу һәм вакцинацияға яҙылыу мәсьәләләре буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 7-гә тиклем шылтыратырға мөмкин.
Әйткәндәй, әлеге ваҡытта республикала йәшәүселәрҙең белгестәргә регистратурала, ҡабул итеү барышында, мәғлүмәт киоскы, телефон йәки интернет аша яҙылыу мөмкинлеге бар.