Былтыр, пандемия булыу сәбәпле, диспансерлаштырыу үткәреү туҡтатылды. Быйыл ул тулы ҡеүәтенә яңынан эшләй башланы. Диспансерлаштырыу нисек үтәсәк, үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар бармы? Раевка үҙәк район дауаханаһының медицина профилактикаһы бүлеге мөдире Любовь ЖУКОВСКАЯ менән бөгөнгө әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
- Беҙҙең күбебеҙ дауаханаға йөрөргә яратмай һәм табиптарға түҙер хәл ҡалмағас ҡына мөрәжәғәт итә. Әммә ул ваҡытта һуң булыуы ла ихтимал…
- Ысынлап та, ауырыуҙарҙы иртә стадияла асыҡлау уңышлы һауығыуға ышаныс өҫтәй. Диспансерлаштырыу сәләмәтлегеңде тикшереү һәм, кәрәк булһа, махсус белгестәргә юллама алыу мөмкинлеге бирә.
Рәсәй Сәләмәтлек һаҡлау министрлығы ҡарарына ярашлы, илебеҙҙең бәлиғ булған граждандары теләге буйынса табип-белгестәрҙә бушлай медицина тикшереүе үтергә хоҡуҡлы. Әгәр һеҙгә 18-39 йәш икән, диспансерлаштырыу өс йылға бер тапҡыр үткәрелә. Йәғни, һеҙгә 18, 21, 24, 27, 30, 33, 36, 39 йәш тулған йылды уны үтәргә була. Әгәр һеҙгә 40 йәш һәм унан да өлкәнерәк икәнһегеҙ, йыл һайын тикшеренеү үтә алаһығыҙ.
- Любовь Михайловна, тикшереү үтеүҙә яңылыҡтар бармы?
- Ул, элеккесә, ике этаптан тора. Беренсеһе – терапевт ҡабул итеүе һәм мотлаҡ анализдар тапшырыу. Икенсе, өҫтәмә, этап – кәрәк булһа пациент махсус тикшеренеү һәм махсус белгестәргә консультация үтергә ебәрелә.
Әммә мөһим үзгәрештәр ҙә бар. Беренсенән, шәкәр диабетын иртә стадияла асыҡлауҙа. Был ауырыуға шик тыуған пациенттар терапевт юлламаһы буйынса ҡанда гемоглобин дәрәжәһенә тикшереү үтә ала. Әгәр беренче этапта терапевт ауырыуҙа лайлалы тиресә йәки тире рагына шик тыуһа, уға табип-дерматовенеролог консультацияһы, шулай уҡ дерматоскопия билдәләнә.
Тикшереү йомғаҡтары буйынса табип сәләмәтлек төркөмөн билдәләй. Улар өсәү. Беренсе төркөм – ул сәләмәт кеше. Икенсеһе – хроник ауырыуҙар барлыҡҡа килеү хәүефе йәки айырым билдәләр булыу. Өсөнсө төркөмгә хроник ауырыуҙарға диагноз ҡуйылған һәм улар даими табип контроленә мохтаж йәки махсуслаштырылған ярҙам талап иткән киҫкен патологиялары булған кешеләр инә. Пациент ниндәй төркөмгә инеүенә ҡарап, диспансер иҫәбенә ҡуйыла һәм дауалау курстары билдәләнә.
2021 йылғы диспансерлаштырыу дөйөм һәм пациенттың йәшенә һәм енесенә бәйле бер нисә махсус тикшереүҙе үҙ эсенә ала. Махсустарына туҡталып китәйек. Беренсе этапта ул:
үпкәләр флюорографияһы – ике елга бер тапҡыр;
ҡанда холестерин һәм глюкоза кимәлен билдәләү – йылына бер тапҡыр;
ҡанға ентекле анализ яһау – 39 йәштән алып йыл һайын;
ЭКГ – 35 йәштән өлкәндәргә;
ФГС - 45 йәштә бер тапҡыр;
ҡандағы ПСА – 45, 50, 55, 60 һәм 64 йәшлек ир-егеттәрҙә;
йәшерен ҡан булыу-булмауға кал 40-64 йәштә – ике йылға бер тапҡыр, 65-75 йәштә – йылына бер тапҡыр;
күҙ баҫымын билдәләү һәм күҙ эсе төбөн тикшереү – 39 йәштән башлап;
18 йәшлек һәм унан өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙарға фельдшер (акушер) йәки табип акушер-гинеколог тикшереүе – йылына бер тапҡыр, шулай уҡ аналыҡ муйынтығы цитологияһы - 30 йәштән алып;
маммография – 40-75 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар өсөн – ике йылға бер тапҡыр.
Икенсе этапта ашҡаҙан-эсәк тракты яман шешенә шик тыуғанда ЭФГС үткәрелә, баш мейеһе ҡан әйләнеше боҙолғанда, һимергәндә, ҡан баҫымы күтәрелгәндә – ҡан тамырҙарын дуплекслы сканерлау (ҡатын-ҡыҙҙарҙа – 55, ир-аттарҙа 45 йәштән алып).
Диспансерлаштырыу үткәндә ҡорһаҡ ҡыуышлығына ультратауыш тикшереүе, тулы һәм биохимик ҡан анализы пациент һаулығына зарланғанда ғына яһала. Айырым йәш категорияларында аналыҡ муйынтығы, һөт биҙе, тура эсәк яман шешенә скрининг үткәрелә.
Колоректаль яман шеше скринингы тура һәм туҡ эсәктең бик хәүефле булмаған йәки яман шеше булған пациенттарҙы асыҡлауға һәм махсус дауалауға йүнәлтелгән. Быйыл 1981, 1979, 1977, 1975, 1973, 1971, 1969, 1967, 1965, 1963, 1961, 1959, 1957, 1956, 1955, 1954, 1953, 1952, 1951, 1950, 1949, 1948, 1947, 1946 йылда тыуған пациенттар скрининг үтә. 1991, 1988, 1985, 1982, 1979, 1976, 1973, 1970, 1967, 1964, 1961 йылда тыуған ҡатын-ҡыҙҙар аналыҡ муйынтығы яман шешенә скрининг үтергә тейеш.
- Иң мөһиме сәләмәтлек икәнен барыбыҙ ҙа беләбеҙ һәм тикшеренергә кәрәк. Әммә эшләп йөрөүселәр ваҡыт юҡлығына зарлана. Эшкә килмәһәң, хеҙмәттәштәр ҙә “ҡырын” ҡарарға мөмкин.
- Хәтерегеҙгә төшөрәм, законда ҡаралғанса эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәрен медицина тикшеренеүҙәре һәм диспансерлаштырыу үтеү өсөн тотҡарлыҡһыҙ ебәрергә тейеш. Хеҙмәт кодексына ярашлы, диспансерлаштырыу уҙыу өсөн хеҙмәт хаҡы һәм эш урыны һаҡланып, эштән азат ителеү хоҡуғы бирелә:
18-39 йәшлек хеҙмәткәрҙәргә – өс йылға бер тапҡыр бер көн;
40 йәшлек һәм унан өлкәндәргә – йылына бер көн;
эшләүсе пенсионерҙарға һәм пенсия йәшенә етеп килеүселәргә – йылына бер тапҡыр ике көн.
- Пандемия дауам итә, сикләүҙәр үҙ көсөндә ҡала. Тикшеренеүҙәр үткәндә вирус эләктермәҫ өсөн үзеңде нисек һаҡларға?
- Диспансерлаштырыу хәүефһеҙлек саралары һәм коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү маҡсатында индерелгән сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып үткәрелә башланы. Поликлиникаға ингәндә ҡулдар дезинфекциялана һәм термометрия үткәрелә, социаль дистанцияны күҙәтеү тәьмин ителә. Диспансерлаштырыуға килгәндәр өсөн белгестәргә алдан яҙылыу ойошторолдо. Әгәр пациент коронавирус менән ауырыған икән, ул тикшереүгә тулы клиник һәм лаборатор һауыҡҡандан һуң ғына, йәғни кире ПЦР-тест булған осраҡта ғына индерелә.
Әлшәйҙәргә үҙ һаулыҡтарына иғтибарлы булырға һәм диспансерлаштырыуҙы, тикшеренеүҙәрҙе ваҡытында үтергә саҡырам
Зилә ВӘЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.
*2021 йылда диспансерлаштырыуҙы 1981 йылғылар һәм унан өлкәндәр, шулай уҡ 1982, 1985, 1988, 1991, 1994, 1997, 2000, 2003 йылдарҙа тыуғандар үтә.
*Дауаханала күсмә маммограф эшләй. Диспансерлаштырыу сиктәрендә 1981, 1979, 1977, 1975, 1973, 1971, 1969, 1967, 1965, 1963, 1*61, 1959, 1957, 1955, 1953, 1951, 1949, 1947 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар маммография тикшереүе үтә ала.
Раевка үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһының медицина профилактикаһы бүлегенә (75-се бүлмә) паспорт һәм медицина полисы менән мөрәжәғәт итергә.
Күсмә маммограф 8 сәғәттән 16 сәғәткә тиклем эшләй.