Әлшәй хәбәрҙәре
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
15 Февраль 2021, 12:46

Сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн

Күптән түгел “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһына һәм Һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенә юғары етештереүсәнлекле контактһыҙ сканер ҡайтартылған.

Сканер һынылышлы һүрәттәрҙе турайтыу технологияһына эйә, тиҙ һәм сифатлы итеп медицина документтарын ҡағыҙ форматтан электрон вариантҡа күсереү мөмкинлеген бирә.

Был медицина документтарының электрон базаһын булдырыуға һәм пациенттар медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткәндә яуап биреү ваҡытын ҡыҫҡартыуға булышлыҡ итә.

Ғөмүмән, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник хәле заманға ярашлы яңыртыла, шуға бәйле иң ҡатмарлы осраҡтарҙа ла уңышлы һөҙөмтәләргә өлгәшелә.

Фото: health.bashkortostan.ru

Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: