Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
10 Февраль 2021, 11:24

Заманса ҡорамалдар ҡайтартыла

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, быйыл республикала төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәрен һәм ҡан тамырҙары бүлектәрен үҙ эсенә алған һигеҙ медицина ойошмаһын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу күҙаллана.

Улар – Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы, Республика кардиология үҙәге, Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала дауаханаһы, Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһы, Октябрьскийҙың 1-се ҡала дауаханаһы, Туймазы үҙәк район дауаханаһы, Күмертау ҡала дауаханаһы, Өфөнөң 18-се ҡала клиник дауаханаһы.

Улар федераль ҡаҙна аҡсаһына утыҙ берәмек медицина ҡорамалы, шул иҫәптән өс берәмек юғары технологиялы аппарат, республика бюджеты иҫәбенә иртә медицина реабилитацияһы өсөн 148 ҡорамал менән йыһазландырыла. Проектҡа ярашлы, шулай уҡ йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү, хәүеф төркөмөнә ингән пациенттарҙы дауалау өсөн дарыуҙар һатып алынасаҡ.

Фото: amt-market.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Y-r-kte-h-st-rl-p-668469/
Читайте нас: