Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
8 Февраль 2021, 18:10

Өйгә табип саҡыртырғамы, әллә дауаханаға барырғамы?

Һәр кем дә коронавирус инфекцияһының нисек үтеүен белмәй. Уның билдәләре ғәҙәти һалҡын тейеүгә оҡшаш. Температура күтәрелһә, ҡалтыратһа, хәл булмаһа нимә эшләргә кәрәк? Өйгә табип саҡыртырғамы, әллә дауаханаға барырғамы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Раевка үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһының терапия бүлеге мөдире Регина ХАННАНОВАның яуап биреүен һораныҡ.

- Табипты өйгә саҡыртырға мөмкин һәм кәрәк тә. Әммә тикшереү үтеү өсөн дауаханаға килергә кәрәк. Киҫкен респираторлы вируслы инфекция һәм респиратор инфекция билдәләре булған пациенттар өсөн айырым инеү урыны ҡаралған. 3-сө кабинетта терапевтар һәм фельдшерҙар ҡабул итә. Тап бында пациентҡа комплекслы тикшереү үткәрелә, ул флюорография тикшереүенә ебәрелә, коронавирус инфекцияһына биоматериал алына.

- Әгәр тест ыңғай булһа, уға ни эшләргә?

- Пациентҡа дауалау курсы билдәләнә. Әгәр амбулатор дауаланыуҙа булһа, уға өйөнә дарыуҙарҙы бушлай ирекмәндәр алып килә. Ауырыу ҡатмарлы уҙһа, пациентты Стәрлетамаҡ ҡалаһына дауаханаға оҙаталар.

- Регина Рафаэль ҡыҙы, медицина хеҙмәткәрҙәренең коронавирус инфекцияһы менән зарарланыу хәүефен кәметеү өсөн нимәләр эшләнә?

- Үҙәк район дауаханаһына вакцинаның тәүге партияһы килеү менән, хәүеф төркөмөндә булған барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә COVID-19 коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка яһалды. Был - Гамалея исемендәге үҙәк тарафынан эшләнгән «Спутник V» препараты. Респиратор ауырыуҙары булғандарҙы ҡабул итеү зонаһында эшләүселәр өсөн фильтр-кабинет булдырылған, табиптар уның аша ауыруҙар янына уҙа. Улар махсус костюм кейә, шәхси һаҡланыу саралары ҡуллана, бүлмәнән сыҡҡанда был әйберҙәр үтилләштерелә.

- Коронавирус инфекцияһын йоҡтороуға ҡаршы поликлиникала ниндәй хәүефһеҙлек саралары күрелә?

- Иң элек, пациенттар һанын сикләү ойошторолдо. Ишектән ингән урында фильтр урынлаштырылған, унда медицина хеҙмәткәрҙәре сиратлап дежур тора. Улар тән температураһын үлсәп, мәғлүмәттәрҙе журналға яҙа.

Флюорография кабинеты хәҙер график буйынса эшләй, унда дистанцияны күҙәтеү өсөн бөтә саралар күрелгән. Вируслы инфекция билдәләре булған ауырыуҙар айырым бер ваҡытта тикшереү уҙа, унан һуң санитар эшкәртеү үткәрелә. Дөйөм алғанда, поликлиникала бүлмәләргә, коридорҙарға һәр ике сәғәт һайын дезинфекция эшләнә.

Айөл МӨХӘМӘТДИНОВА әңгәмәләште.

Читайте нас: