Белеп тораһығыҙ, һуңғы көндәрҙә беҙҙең республикала ла коронавирус менән сирләүселәр һаны артҡандан-арта бара. Пневмониянан ғүмерҙәре өҙөлгән кешеләр ҙә күбәйә. Битлек режимы мәкерле сирҙең таралыуына ҡаршы сара булып тора. Уны исем өсөн генә түгел, дөрөҫ итеп кейергә кәрәк. Бер тапҡыр ҡуллана торғандарын ике сәғәттән ашыу йөрөтөргә ярамай. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр бер үк битлекте әллә нисә көн файҙалана. Магазинға, аптекаға барырға, йәмәғәт траспортына ултырырға тура килә икән, битлекһеҙ йөрөмәҫкә, үҙебеҙҙең һаулыҡты һаҡларға кәрәк.
Шулай уҡ йәмәғәт туҡланыуы, күңел асыу саралары үткәреү төнгө 11-ҙән таңғы 6-ға тиклем тыйылды. Дезинфекция режимы көсәйтеләсәк.