Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
14 Октябрь 2020, 19:30

Яман шешкә тикшереү үтегеҙ

Диспансерлаштырыу сиктәрендә һеҙ колоректаль яман шешенә тикшереү үтә алаһығыҙ, ул яман шеш ауырыуҙары араһында беренсе урында тора.Быйыл колоректаль яман шеш скринингын үтергә тейеш кешеләр: 1980, 1978, 1976, 1974, 1972, 1970, 1968,1966, 1964,1962,1960, 1958, 1956,1955, 1954, 1953,1952, 1951, 1950, 1949, 1948, 1947, 1946, 1945 йылғылар.

Хөрмәтле әлшәйҙәр! Диспансерлаштыру сиктәрендә һеҙ колоректаль яман шешенә тикшереү үтә алаһығыҙ, ул яман шеш ауырыуҙары араһында беренсе урында тора.

Йыл һайын республикала 1500 яңы осраҡ теркәлә. Әммә ауырыуҙы иртә стадияла асыҡланғанда ул тулыһынса дауалана.

50 йәштән һуң һәр кешегә йылына бер тапҡыр калда ҡан булыу-булмауға анализ тапшырырға кәрәк. Ул пациент өсөн ҡатмарлы түгел – анализды банкаға һалып, поликлиниканың медицина профилактикаһы бүлегендә, 75-се бүлмәлә юллама алығыҙ.

Калда ҡан булыу-булмауҙың билдәле бер сиге бар - миллилитрға 100 нанограмм. Һөҙөмтә был билдәнәнән түбәнерәк булһа - норма, юғарыраҡ икән, борсолорға урын бар. Был осраҡта пациент колоноскопияға ебәрелә.

Колоноскопия үткәндәрҙең 20-30 процентында полиптар барлығы асыҡлана. Уларҙы ҡатмарлығына ҡарап, амбулатор рәүештә йәки стационарҙа алалар. Шулай итеп яман шешнең үҫеүенә юл ҡуйылмай. Ә һөҙөмтәһе ыңғай тестлы пациенттарҙың 5 процентында яман шеш булыуы билдәләнә.

Йыл башынан беҙҙең дауаханала 1032 пациент тикшереү үтте, 79 ыңғай осраҡ асыҡланды. Скринингтың икенсе этабын үткәргәндән һуң (колоноскопия) 33 ауырыу, шул иҫәптән бер туҡ эсәк яман шеше осрағы раҫланды.

Тулы мәғлүмәтте медицина профилактикаһы бүлегендә (поликлиниканың 3-сө ҡаты) йәки 8-927-353-5303 телефоны буйынса ала алаһығыҙ.

Любовь ЖУКОВСКАЯ,

Раевка үҙәк район дауаханаһының медицина профилактикаһы табибы.

Быйыл колоректаль яман шеш скринингын үтергә тейеш кешеләр: 1980, 1978, 1976, 1974, 1972, 1970, 1968,1966, 1964,1962,1960, 1958, 1956,1955, 1954, 1953,1952, 1951, 1950, 1949, 1948, 1947, 1946, 1945 йылғылар.

Фото:.nsaldago.ru

Читайте нас: