Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
10 Октябрь 2020, 13:00

Киҙеүҙән прививка яһатығыҙ!

Бөгөнгө эпидемиологик хәлдә киҙеү менән ауырыуҙы һәм өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү сараларының береһе булып халыҡты “Совигрипп” препараты менән иммунизациялау тора.

Федераль бюджет иҫәбенә киҙеүгә ҡаршы прививка яһау юғары хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләргә: мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына йөрөгән балаларға, мәктәп уҡыусыларына һәм студенттарға, белем биреү ойошмаларының, хеҙмәтләндереү өлкәһенең медицина персоналына һәм хеҙмәткәрҙәренә, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға, 60 йәште уҙған өлкәндәргә үткәрелә.

Быйыл Профилактик прививкаларҙың милли календары сиктәрендә район халҡының 75 процентын, шул иҫәптән 18 йәшкә тиклемге 4140 баланы, киҙеүгә ҡаршы прививкалау планлаштырылған.

Вакциналау, иҫбат ителеүенсә, инфекцияны иҫкәртеү өсөн иң һөҙөмтәле ысул булып тора. Киҙеүгә ҡаршы прививка ауырыусылар һанын кәметеүгә, сирҙе еңелерәк үткәреүгә булышлыҡ итә, өҙлөгөүҙәргә ҡаршы ышаныслы кәртә булып тора һәм үлем осраҡтарын кәметә.

Киҙеүгә ҡаршы прививканы өлкәндәргә поликлиниканың 13-сө бүлмәһендә (1-се ҡат), балаларға – балалар поликлиникаһының 16-сы бүлмәһендә, уҡыусыларға – мәктәптә, башҡаларға – йәшәү урыны буйынса фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, ауыл табип амбулаторияларында яһатырға мөмкин.

Район дауаханаһында өлөшләтә карантин индерелде. Профилактик сараларҙы күҙәтергә кәңәш итәбеҙ: инфекция һауа-тамсы юлы менән һөйләшкәндә, йүткергәндә, сөскөргәндә һәм һулыш алғанда тарала, шуға күрә, ауырыу билдәләре булған кешеләр менән аралашыуҙан һаҡланығыҙ, халыҡ күп йыйылған урындарҙа һирәк булырға тырышығыҙ, мотлаҡ медицина битлеге кейегеҙ, ҡулдарығыҙҙы йыш һабынлап йыуығыҙ.

Читайте нас: