Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
21 Июль 2020, 13:00

Республикала “Айыҡ ауыл“ конкурсы старт ала

Иң айыҡ ауыл биләмәһе исеменә ярыш положениеһына үҙгәрештәр индерелде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты хәбәр итеүенсә, беренсенән, конкурстың приз фонды ун тапҡырға артасаҡ. Республика Башлығы Радий Хәбиров уҙған йылға йомғаҡ яһағанда шундай ҡарар ҡабул итте. Шулай уҡ проекттың географияһы ла киңәйәсәк. Конкурсҡа һәр райондағы ауылдарҙың кәмендә 50 проценты йәлеп ителергә тейеш. Ауылдарҙы ғәҙел бәйәләү маҡсатынан конкурсҡа һөҙөмтәләр ауылдарҙың түбәндәге категорияларға бүленеүен иҫәпкә алып яһаласаҡ: эре ауылдар – 3 меңдән артык кеше йәшәгән, ҙур – 1 меңдән 3 меңгәсә, уртаса – 200-ҙән 1 меңгә тиклем һәм бәләкәй ауылдар – 200 кешенән аҙыраҡ.

Шулай итеп, дүрт категория буйынса 12 еңеүсе билдәләнәсәк. Республика Хөкүмәте дипломдарынан тыш, улар ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү программаһына индерелеү хоҡуғына сертификаттар аласаҡ.

Конкурстың муниципаль этабына заявкалар ҡабул итеү башланды ла инде, 1 августан “Айыҡ ауыл 2020” республика конкурсы старт аласаҡ.

Читайте нас: