Шуларҙың 66 – һы бер йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар, шул иҫәптән 44 уҡыусы.
- Пациенттар яҙ һәм көҙ айҙарында күп була, ә әле Питерҙан, Мәскәүҙән, Себерҙән ҡайтыусылар бихисап. Кемдер ата-әсәһе янына, кемдер былай ғына ял итергә ҡайтҡан. Корнавирус пандемияһы ваҡытында улар айырым иғтибар талап итә. Урындағы халыҡ битлек режимын һаҡларға тырыша. Был йәһәттән бигерәк тә пенсионерҙар тыңлаусан, улар үҙ аллы изоляция режимы талаптарын тейешенсә күҙәтә. Ауылдаштарына кәрәкле дезинфикция саралары, медицина битлектәре, бирсәткәләрҙе 23-сө район дарыуханаһынан алып ҡайттым. Беҙҙе, медицина хеҙмәткәрҙәрен, бөтә кәрәкле әйберҙәр менән дауахана етәкселеге тәьмин итте, - ти Рәсимә Миҙхәт ҡыҙы. – Һәр ваҡыт уяу булырға, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа кәрәк, юғиһә башҡаларға ваҡытында һәм квалификациялы ярҙам күрһәтә алмаясаҡһың.
Рәсимә Миҙхәт ҡыҙы Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһында процедура шәфҡәт туташы булып эшләгән, 36 йыл стажға эйә юғары категориялы фельдшер. Ауыл Советы депутаты ла булған ул.
Ҡыҙы Олеся ла әсәһе юлын һайлаған, ул “Шафран” шифаханаһында табип-фтизиатр булып эшләй, узи ҙа үткәрә. Улы Тимур юғары педагогик блемгә эйә, Себерҙә эшләй, һүрәт төшөрөү оҫталығына эйә, Рәсимә Миҙхәт ҡыҙына медицина плакаттары эшләргә лә ярҙам иткән. Ә тәжрибәле фельдшер өсөн иң яҡшы бүләк – ауылдаштарының һәм пациенттарының әйткән рәхмәт һүҙҙәре.
Ирина ВЛАДИМИРОВА.