Әлшәй хәбәрҙәре
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
19 Июнь 2020, 20:00

Тәжрибәле һәм яуаплы белгес

Өлкән шәфҡәт туташы вазифаһында Фәнүзә Хәсәнова бына 27 йыл инде хеҙмәт һала. Уның дөйөм хеҙмәт стажы дүрт тиҫтә йылға яҡын.

Район дауаханаһында булған саҡта үҙең дә һиҙмәҫтән, урта һәм кесе персоналдың эше нисек ойошторолоуға иғтибар итергә тура килә. Барыһы ла үҙ эше менән мәшғүл, артыҡ ығы-зығы ла юҡ.
- Өлкән шәфҡәт туташы вазифаһында Фәнүзә Хәсәнова бына 27 йыл инде хеҙмәт һала. Уның дөйөм хеҙмәт стажы дүрт тиҫтә йылға яҡын,- ти Раевка үҙәк дауаханаһы баш табибы Рафаэль Сәйәпов. – Фәнүзә Ғирфан ҡыҙы тәжрибәле, грамоталы белгес һәм изге күңелле кеше. Коллективта ҙур хөрмәт һәм абруй ҡаҙанған. Тап ул урта һәм кесе медицина персоналын берләштереүсе көс. Эште яҡшы ойоштора, барыһы ваҡытында һәм ҡәтғи инструкция талаптарына ярашлы үтәлә.
1970 йылда уларҙың ғаиләһе Ырымбур өлкәһенән Раевка ҡасабаһына күсеп килә. 2-се мәктәпте, артабан Ырымбур өлкәһендә медицина училищеһын тамамлай. Фәнүзә Ғирфан ҡыҙы һәр ваҡыт кешеләргә ярҙам итергә, уларҙы дауаларға хыяллана. Нескә, изге күңелле булыуы уға һөнәр һайлағанда хәл иткес роль уйнай. Ошо йылдар дауамында күпме ауырыуҙарҙы дауалап, аяҡҡа баҫтырған ул. Яраларҙы бәйләү кабинетында эшләгәндә лә, өлкән шәфҡәт туташы булғас та һөнәри бурыстарын яуаплы башҡара.
Башҡортостан дәүләт медицина университетында һөнәр алғандан һуң, 1993 йылда өлкән шәфҡәт туташы булып эш башлай. Лайыҡлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһе алдынғыһы” билдәһе менән, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, район хакимиәтенең, Раевка үҙәк район дауаханаһының почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Фәнүзә Ғирфан ҡыҙы тормош иптәше Айрат менән татыу ғүмер кисерәләр, Айрат вахта ысулы менән нефть компанияһында эшләй. Улар өс бала – ике ҡыҙ һәм бер малай тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙары Светлана һәм Гүзәл юғары белемгә эйә, икеһе лә бухгалтер һөнәрен үҙләштергән. Улдары Марат әсәһе юлынан киткән, медицина университетының алтынсы курсын тамамлай. Фәнүзә Ғирфан ҡыҙы табиптар династияһын улы лайыҡлы дауам итер тип ышана.
Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.
Читайте нас: