Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
1 Июнь 2020, 18:00

“Май миндеге”н әҙерләй башланыңмы?

Халыҡта “май миндеге - иң шифалыһы” тигән инаныу йәшәй. Шуға күрә уны иҫкесә июнь башланғансы әҙерләү талап ителә.

Июнь айы етеү менән мунсала сабынырға яратыусылар ҡайын миндеге әҙерләргә тотона. Халыҡта “май миндеге - иң шифалыһы” тигән инаныу ҙа йәшәй. Шуға күрә уны иҫкесә июнь башланғансы әҙерләү талап ителә.

Ҡайын миндеген һуңыраҡ та әҙерләргә мөмкин, ул саҡта уның япраҡтары нығыраҡ һәм тығыҙыраҡ та була.

Ҡайын миндек быуындар ауыртыуынан, ауыр эштән һуң һыҙланғанда бигерәк тә файҙалы. Ул тирене таҙарта, кешене тынысландыра, кәйефте күтәрә. Яңы йәш япраҡтан бәйләнгән миндектең еҫе бар мунсаға таралһа, ыуыҙ япраҡтары бар тәнеңде сихәтләндерә. Япраҡтарҙағы витаминдар, файҙалы матдәләр тире аша ыңғай тәьҫир яһай. Ә сәсте миндек бешергән һыу менән сайҡатыу, уны нығыта, баштағы ҡауаҡты бөтөрә, тиҙәр.

Имән миндеге тире майлы булғанда бигерәк тә файҙалы. Был миндек сыбыртмаларҙы бөтөрә, биткә матур төҫ бирә. Еҫе сабынғанда ҡан баҫымы күтәрелеүен тотҡарлай. Ҡайһы бер тире ауырыуҙарын дауалау, аяҡ тирләүен әметеү өсөн ҡулланыла. Халыҡта имән миндеге көс бирә, тигән лаҡап та йәшәй.

Йүкә миндеге баш ауыртыуы бөтөрә, бөйөр эшмәкәрлеген яҡшыртырға һәләтле, яҡшы тирләтә, тынысландыра. Бигерәк тә ҡыш көнө йүкә миндеге үтә лә файҙалы, сөнки ул тәндән һыуыҡты ҡыуа, ҡаҡырыҡты сығара.

Шулай уҡ ерек, мышар, кесерткән миндеген дә бәйләйҙәр. Һуңғыһын бил ауыртҡанда, тән һыҙлағанда дауа итеп ҡулланалар. Кесерткән миндеген ҡайнар һыуҙа саҡ ҡына бешекләп алалар ҙа елпетеп, еңелсә генә сабыналар.

Миндеккә мәтрүшкә, ҡарағат һәм муйыл япраҡтарын да ҡушып ебәрергә мөмкин. Ҡышҡы һыуыҡта бындай миндектәр тәнегеҙгә сихәт һәм шифа ғына биреп ҡалмаҫ, ә мунсағыҙ йәйге мәлде хәтерләтеп, тәмле еҫтәргә төрөнөр.

Миндекте ҡояш төшмәгән, еләҫ, һауа инеп торған урында һаҡлау файҙалы сифаттарының яҡшыраҡ һаҡланыуына булышлыҡ итә.
Йәй көнө, һис шикһеҙ, яңы бәйләнгән миндектәр ҡулланыу файҙалы, уларҙа витанминдар, файҙалы матдәләр, фитонцидтар юғары кимәлдә була.
Миндектәр кешегә төрлөсә тәьҫир итә. Берәүҙәре тынысландыра, ярһыуҙы баҫа, йоҡоно яйға һала , икенселәре , киреһенсә тәнде «уятып» ебәрә, көс-дәрт өҫтәй . Үҙегеҙгә нимәнең нисек йоғонто яһағанын күҙәтеп, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйыу яҡшыраҡ.

Миндектәрегеҙ шифалы булһын!

Читайте нас: