Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
13 Апрель 2020, 17:35

Сәләмәт булыу бик яҡшы!

Сараға район спортсылары, Раевка балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һәм тренер-уҡытыусылары ла ҡушылды.

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы йыл һайын “Сәләмәт булыу бик яҡшы!” акцияһы үткәрә. Коронавирусты иҫкәртеү буйынса карантин индерелеүгә ҡарамаҫтан, быйылғы йыл да иҫкәрмә булманы. Әммә акция интернет селтәрендә уҙа.

Сараға район спортсылары, Раевка балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һәм тренер-уҡытыусылары ла ҡушылды. Фитнес-аэробика буйынса тренер Фидания Бакирова “Аҡ карта” тип аталған фотофлешмоб ойошторҙо, унда 108 йәш спортсы ҡыҙ ҡатнашты. Тиҙҙән уларҙың дистанцион уҡытыу формаһы буйынса дәрестәре башлана.

Нәфис, һығылмалы буй-һынлы ҡыҙҙар үҙ мөмкинлектәрен күрһәтеп, кемдер шпагатҡа ултырған, кемдер мостик яһаған, ә әсәйҙәре уларҙы фотоға төшөргән.

Читайте нас: