Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
7 Апрель 2020, 20:05

Һәр кемдең һаулығы үҙ ҡулында

Раевка үҙәк район дауаханаһында аҙ дозалы, тикшеренеү үтеүселәр өсөн хәүефһеҙ һанлы флюорограф эшләй.

Туберкулез – инфекциялы ауырыу, ул сәләмәт кешегә туберкулез менән ауырыған кешенән һөйләшкәндә, йүтәлләгәндә, сөскөргәндә, көнкүреш әйберҙәрен дөйөм ҡулланғанда (стакан,таҫтамал һ.б.) йоға.

Туберкулез төрлө органдарҙы, өлкәндәрҙә башлыса үпкәне, ә балалар һәм үҫмерҙәрҙең күкрәк эсендәге лимфоузелдарын зарарлай.

Туберкулез микобактерияһы, ул Кох таяҡсаһы тип тә атала, тышҡы мөхиттә бик тотороҡло, кейемдә, китаптарҙа, тупраҡта, насар елләтелгән биналарҙа ун йыл һаҡланырға мөмкин.

Инфекция үҙенән-үҙе бер нисек тә беленмәй. Туберкулез микобактерияһы пассив, “йоҡлаған” хәлдә тора. Ауырыуҙың актив формаһына күскәс, бактерияләр “уяна” һәм үрсей башлай. Ул ваҡытта ауырыу кешелә түбәндәге билдәләр барлыҡҡа килә: ике аҙнанан артыҡ ваҡыты-ваҡыты менән йүткерә, тән температураһы 37-37,5 градусҡа тиклем күтәрелә, тыны ҡыҫыла, ябыға, активлығы түбәнәйә, төнөн тирләй, хәлһеҙләнә, тиҙ арый. Был сир менән ауырыусы бер йылда 10-15 кешене зарарларға мөмкин.

Туберкулез менән ауырыуҙа төп хәүеф төркөмө - ВИЧ-инфекциялы кешеләр. Ваҡытында ретровируслы инфекцияға ҡаршы терапия алғанда, туберкулез менән ауырыу 65 процентҡа кәмей.

Туберкулездың кесе формаларын асыҡлауҙа төп һәм әлегә берҙән-бер ысул - күкрәк ситлеге органдарын флюорографик тикшереү. 15 йәштән башлап йылына кәмендә бер тапҡыр, ә айырым күрһәткестәр булғанда йышыраҡ тикшереү үтергә кәрәк. Раевка үҙәк район дауаханаһында аҙ дозалы, тикшеренеү үтеүселәр өсөн хәүефһеҙ һанлы флюорограф эшләй.

Балаларҙа туберкулез инфекцияһын асыҡлау алымы – Манту тикшереүе, ул йыл һайын үткәрелә. Был прививка түгел, бары тик аллергияға тикшереү генә. Ул һаулыҡҡа зыян килтермәй, температураны күтәрмәй, урында ғына реакция бирә. Шуға ла Мантуҙан баш тартып, ата-әсәләр бик хаталана.

2018 йылда районда туберкулез буйынса иҫәпкә алынған 17 кеше теркәлде, уларҙың икеһе – балалар, былтыр өлкәндәр араһында - 23, ә быйыл ике айҙа ун өлкән кеше һәм бер бала асыҡланды.

Хөрмәтле әлшәйҙәр, флюорография тикшереүен ваҡытында үтегеҙ, Манту пробаһынан баш тартмағыҙ. Туберкулез булған осраҡта ауырыуҙың башланыуын мөмкин тиклем иртә билдәләргә кәрәк. Сирҙе ни тиклем иртәрәк дауалай башлаһағыҙ, шул тиклем тиҙерәк ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшерһегеҙ. Һәр кемдең һаулығы үҙ ҡулында булыуҙы онотмаһаҡ ине!

Е. ПЕРВЫШИНА,

Раевка үҙәк район дауаханаһы табип фтизиатры.

Читайте нас: