Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
20 Март 2020, 18:40

Коронавирустан нисек һаҡланырға?

Яңы коронавирус - респираторлы вирус, ул башлыса һауа-тамсы юлы менән (йүтәлләгәндә, сөскөргәндә, һөйләшкәндә) йоға.

Шулай уҡ инфекцияның ауырыу кеше бысраҡ әйбергә, мәҫәлән, ишек тотҡаһына ҡағылыу менән дә таралыуы мөмкин. Был осраҡта вирус бысраҡ ҡулдар менән ауыҙҙы, танауҙы йәки күҙҙәрҙе тотҡандан һуң йоға.
Төп билдәләре: юғары температура (37,5 градус), сөскөрөү, йүткереү, тын алыуҙың ауырлашыуы. Күп осраҡта бындай билдәләрҙең коронавирус менән түгел, ә ғәҙәти ОРВИ менән бәйле булыуы ихтимал.
Иң мөһиме, үҙеңде һаҡлау өсөн шәхси гигиена ҡағиҙәләрен күҙәтергә һәм йәмәғәт урындарына һәм кеше күп йыйылған урындарға бармаҫҡа кәрәк.
Ҡулдарығыҙҙы таҙа тотоғоҙ, уларҙы һабын менән йыш йыуығыҙ йәки дезинфекциялау сараһын ҡулланығыҙ.
Йыуылмаған ҡул менән ауыҙығыҙға, танауығыҙға, күҙҙәрегеҙгә ҡағылмаҫҡа тырышығыҙ (ғәҙәттә беҙ быны үҙебеҙ ҙә һиҙмәй, сәғәтенә уртаса 15-әр тапҡыр эшләйбеҙ).
Эш урындарында ҡулығыҙ тейгән урындарҙы һәм йыһаздарҙы (компьютер клавиатураһы, оргтехника панелдәре, смартфон экраны, пульттар, ишек тотҡалары һәм таянғыстар) даими таҙартығыҙ.
Үҙегеҙ менән бер тапҡыр ҡулланыла торған салфеткалар йөрөтөгөҙ һәм йүткергәндә, сөскөргәндә һәр ваҡыт ауыҙығыҙҙы һәм танауығыҙҙы ҡаплағыҙ.
Башҡа кешеләр менән бер һауыттан сәтләүек, чипсы, печенье һәм башҡа снектарҙы ашамағыҙ.
Балаларға микробтың нисек таралыуын, ҡул һәм битте таҙа тотоуҙың ни өсөн мөһим булыуын аңлатығыҙ. Биналарҙы йыш елләтегеҙ. Әгәр үҙегеҙҙе насар хис итһәгеҙ, өйҙән сыҡмағыҙ һәм табип саҡыртығыҙ.
Медицина битлектәрен ҡулланыу һауа-тамсы юлы менән күскән вируслы инфекциялар менән ауырып китеү хәүефен кәметә.
Билдәләрҙең инфекция йоҡторған кеше менән аралашҡандан һуң 14 көн үткәс беленеүе мөмкин. Яңы коронавирус киҫкен респираторлы вируслы инфекцияға инә һәм унан өҙлөгөүҙәрҙең пневмония, бронхит, синусит кеүек башҡа ОРВИ сирҙәрендәгесә булыуы мөмкин.
Коронавирусҡа үҙ аллы анализдар тапшырыу ҡаралмаған. Уның булыу-булмауына тест тик күрһәтмәләр буйынса ғына һәм тик поликлиника, дауахана йәки ашығыс медицина ярҙамы табибы тарафынан ғына билдәләнә.
Әгәр һеҙ коронавируслы инфекция осраҡтары теркәлгән илдән ҡайтһағыҙ, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының күп каналлы 8 (347) 286-58-27, 8 (347) 279-91-20 “ҡыҙыу линия” телефондарына, 8-800-555-49-43 телефоны буйынса (шылтыратыу бушлай) Роспотребнадзорҙың берҙәм консультация үҙәгенә, 8-800-100-29-26 телефоны буйынса финанс хеҙмәттәре буйынса “ҡыҙыу линия”ға шылтыратып, үҙегеҙҙең ҡайтыуығыҙ тураһында хәбәр итергә һәм бәйләнеш өсөн телефон номерын ҡалдырырға тейешһегеҙ.
Сит илдән Рәсәйгә ҡайтҡан бөтә граждандар йәшәгән урындары буйынса мотлаҡ 14 көнлөк карантин үтергә тейеш. Больничный алыу өсөн Раевка үҙәк район дауаханаһының 8-937-358-4873 “ҡыҙыу линия” телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һеҙҙең менән бергә йәшәгән кешеләр ҙә изоляция режимын ҡәтғи күҙәтергә тейеш. Сәләмәт булығыҙ!
Рафаэль СӘЙӘПОВ,
Раевка үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһындағы махсуслаштырылған тәүге медицина-санитария ярҙамы бүлеге мөдире.
фото/Pixabay
Читайте нас: