Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
16 Март 2020, 11:30

Табиптарҙы маҡсатлы уҡытыу өсөн

Маҡсатлы уҡытыуға аҡса федераль бюджеттан бүленә.

Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин 2020 йылда “Дауалау эше” һәм “Педиатрия” йүнәлештәре буйынса медицина уҡыу йорттарына маҡсатлы ҡабул итеүҙе ойоштороу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә РИА Новости, министрҙар кабинеты сайтына һылтанма менән. Быға тиклем ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә һаулыҡ һаҡлау системаһын кадрҙар менән тулыландырыу йәһәтенән табиптарҙы маҡсатлы уҡытыу өсөн квота индереү кәрәклеге тураһында әйткәйне.

Документҡа ярашлы, төбәктәргә медицина кадрҙары әҙерләү өсөн “Дауалау эше” йүнәлеше буйынса уҡыу йорттарындағы урындарҙың – 70, “Педиатрия” буйынса – 75 процентын биреү ҡарала. Маҡсатлы уҡытыуға аҡса федераль бюджеттан бүленә.

Читайте нас: