Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
16 Март 2020, 13:40

Һаулығыңа хәүеф янаһа, иммунитетыңды нығыт!

Сәләмәт ҡалыу өсөн күп кәрәкмәй.

Профилактика арзанға төшә. Бары дөрөҫ туҡланырға, дөрөҫ йәшәргә, дөрөҫ эшләргә генә кәрәк.
Белгестәр әйтеүенсә, иммун системаһын нығытыусы иң ябай ризыҡтар:
  • һарымһаҡ
  • миндаль
  • көртмәле
  • тауыҡ һурпаһы (ауыл тауығыныҡы файҙалыраҡ!)
  • брокколи
  • цитрустар
  • бәшмәк
  • ҡара шоколад
  • Быларҙың төрлөһөн һайлап ашаһағыҙ була. Тик саманан арттырып ҡына ебәрмәгеҙ. Тағы ла файҙалы тәмләткестәр ҙә бар әле: имбир, куркума. Ә иң шәп эсемлек – һөт. Бынан тыш, табиптар вирустар шашҡан осорҙа күберәк гранат һәм киви ашарға ҡуша. Шпинат, ҡыҙыл болгар боросо менән әҙерләнгән ризыҡ та иммунитетты күтәрә икән. Йәшел сәй (ҡан баҫымына “үлсәп” кенә) ҙә файҙалы. Әйткәндәй, әле донъяла ҡоторған яман вирус хроник сирлеләргә, ололарға, насар ғәҙәтлеләргә тиҙерәк йоғоуы ихтимал.
    Иғтибар!
    Роспотребнадзор мобиль телефондарҙы дезинфикацияларға ҡуша. Барыһы ла вирустан, бигерәк тә әлеге COVID-19 вирусынан, һаҡланыу өсөн.
    Беләһегеҙ, телефоныбыҙ беҙ ҡулланған бөтә техника араһынан – иң бысрағы. Антисептик саралар менән эшкәртегеҙ, айырыуса битегеҙгә тейгән ерҙәрен. Бына шулай тип кәңәш бирә табиптар.
    Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
    фото/Pixabay
    Читайте нас: