Ә беҙҙең ойошма етәкселеге түләргә теләмәй. Нимә эшләргә?” – тип һорай Раевка ауылында йәшәүсе бер ханым.
- Был хоҡуҡ Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 185.1 статьяһы менән нығытылған. Эштән ебәреү көндәре тураһында етәксе менән алдан һөйләшеп килешенә, хеҙмәткәр ғариза яҙа. Эш биреүсе пенсия алды йәшендәге кешенән үҙ статусын раҫлауҙы талап иткән осраҡтар була, ә бындай хәл законда ҡаралмаған. Мәсьәләне хәл итеү өсөн былай эшләргә була: Пенсия фонды сайтында шәхси кабинетта электрон сервис эшләй, ул пенсия алды йәшендәге граждандарҙың ниндәй категорияға индерелеүе тураһында белешмәгә ситтән тороп заказ биреү мөмкинлеге бирә. Уны электрон почта аша алып, диспансерлаштырыуға түләүле ике көн бирелеүе тураһында ғариза менән бергә бирергә мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡа хеҙмәткәрҙәр был хоҡуҡ менән өс йылға бер тапҡыр файҙалана ала һәм уларға түләүле бер көн бирелә, - тип яуап бирҙе Көньяҡ- көнбайыш район-ара халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге Әлшәй районы буйынса бүлегенең хеҙмәт буйынса белгесе Венера ФӘЙЗУЛЛИНА.