Ысын мәғәнәһендә һалҡын ҡышҡы шәмбе көнө. Күптәргә таныш саңғы юлына мәктәп уҡыусылары, хеҙмәт коллективтары, район ауыл биләмәләре вәкилдәре, ветерандар, командаларға берләшеп, ярышҡа йыйылды.
Уларға район Советы секретары Шамил Сәлимов, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Рәшит ағай Ғөбәйҙуллин, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Динар Әхмәҙрисламов изге теләктәр һәм сәләмләү һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Спортсыларҙың кәйефе күтәренке, уларҙың иң кесеһенә – 8 йәш, ә иң өлкәненә – 60, саңғыла уҙышыуға әҙерҙәр. Шамил Шамсун улы әйтеүенсә, был көндө саңғы юлына баҫҡан һәр кем һаулығын нығытыуға тағы ла бер аҙым яһаны, шуның өсөн генә лә уларҙы еңеүсе тип әйтергә мөмкин.
Воздвиженка мәктәбе һәм Раевка гимназияһы саңғысылары старт бирелеүен түҙемһеҙләнеп көттө. Алғараҡ китеп шуны әйтәм, воздвиженкалар, ныҡышмалыҡ һәм еңеүгә ихтыяр көсө күрһәтеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында беренсе урынға сыҡты. “Һис кенә лә өшөмәнем”, - ти сарала ҙур теләк менән ҡатнашҡан 10 йәшлек Регина Абдурәхимова. Хәйер, Воздвиженка мәктәбенән килгән башҡа балалар ҙа һыуыҡҡа бирешмәне, уларҙы һуңынан спорттағы уңыштары өсөн татлы приз - торт менән бүләкләнеләр.
Күп кенә дөйөм белем биреү учреждениелары етәкселәре, физик культура уҡытыусылары ла үҙ йәш төркөмдәре буйынса стартҡа баҫты. Фәрит Ғөбәй улы Хәйбрахманов етәкселегендәге ветерандар ҙа саранан ситтә ҡалманы. Ярыштан һуң өлкәндәр ҙә, балалар ҙа саф һауала ҡайнар сәй эсте, ҡарабойҙай бутҡаһы ашаны, уны, һәр ваҡыттағыса, Рәсәй ДОСААФ ойошмаһының урындағы бүлексәһе һәм эшҡыуар Әнүәр Рәжәпов ойошторҙо.
Ярышта ҡатнашыусылар күтәренке кәйеф менән йорттарына таралышты. Яңынан осрашҡанға тиклем!