Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
17 Февраль 2020, 13:25

Ҡармыштар сәләмәт тормош яҡлы!

“Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә Ҡармыш ауылында мәктәптең спорт майҙанында спорт һәм сәләмәтлек байрамы уҙҙы.

Был сарала шулай уҡ Сурай мәктәбе коллективы һәм уҡыусылары ла актив ҡатнашты. Байрамды асып, ауыл хакимиәте башлығы Дауыт Шәкүров халыҡты сәләмәт йәшәү өлгөһөн алға ҡуйып йәшәргә саҡырҙы, ул киләсәктә лә ошондай башланғыстар туҡталып ҡалмаһын ине, тине. Район Советы рәйесе Шамил Сәлимов әйтеүенсә, “Айыҡ ауыл” конкурсы сәләмәт тормош алып барыусыларҙы һәм уны пропагандалаусыларҙы берләштерә. Был сара киләсәккә ынтылып, заманса йәшәргә, халыҡтың аң-кимәлен үҫтереүгә, рухын нығытыуға булышлыҡ итә, тип белдерҙе ул.

Физкультура уҡытыусыһы Илдар Әхтәмов байрам программаһы менән таныштырҙы. Программала саңғы, шорт трек, ҡышҡы уйындарҙан ярыштар ойошторолдо. Ҡар өҫтөндә ике самауыр ҡайнап торҙо. Мул табын артында байрамда ҡатнашыусылар ҡайнар сәй эсте, мәктәп ашханасыһы Фәйрүзә апай Кәримова бешергән тәмле бутҡанан ауыҙ итте. Ярыш йомғаҡтары буйынса еңеүселәргә Почет грамоталары һәм бүләктәр тапшырылды, тип хәбәр итте беҙгә ауыл китапханаһы мөдире Мәрзиә Абдрахманова.


Читайте нас: