Күптәр йыш ҡына кариес арҡаһында ғына түгел, ә дөрөҫ булмаған тешләнеш сәбәпле лә тештәрен юғалта, ә был косметик етешһеҙлек кенә түгел, тотош организм өсөн дә хәүеф менән янай. Аҙыҡты сәйнәгәндә тештәрҙең тигеҙ эшләмәүе эмалгә зыян килтерә, тештәрҙең һелкенеп тороуына һәм төшөүенә, теш ҡаҙнаһының ялҡынһыныуына алып килә. Киләсәктә бының кариестан алып йөҙ асимметрияһы, хатта умыртҡа һөйәге сирҙәре менән тамамланыуы мөмкин.
Әлшәйҙәрҙең бәхетенә күрә, районыбыҙҙа махсус табип, стоматолог-ортодонт Ҡәҙриә Татлыбаева эшләй. Буласаҡ табип еңел булмаған ошо һөнәр серҙәренә әкренләп өйрәнә. Тәүҙә медицина колледжын, унан һуң Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлай. Стажировканы Өфөлә, Стәрлетамаҡта үтә, 2012 йылда “Земство докторы” программаһы буйынса Әлшәй районына эшкә килә. Өсөнсө йыл инде Ҡәҙриә Индус ҡыҙы тормош иптәше Раян Рәхим улы менән, ул бөтә ойоштороу мәсьәләләрен үҙ өҫтөнә алған, шәхси практика менән шөғөлләнә. Татлыбаевтар Шафран ауылында стоматология кабинеты асҡан. Бында пациенттар беҙҙең райондан ғына түгел, күрше Дәүләкән, Стәрлетамаҡ, Өфө, Иглин райондарынан да килә. Ҡыҫҡаһы, Әлшәй ортодонты Татлыбаеваны тир-яҡта ла яҡшы беләләр. Бөгөн уның 12 йәштән алып һәм 50 йәштән өлкәнерәк 60 пациенты бар.
- Ортодонтияла бөгөн тештәрҙе коррекциялау һәм тешләнеште төҙәтеү өсөн йәш сик түгел. 15, 30, 45, 55 йәштә лә был проблеманы хәл итергә мөмкин, - ти Ҡәҙриә Индус ҡыҙы.
Һәр пациент айырым мөнәсәбәт талап итә. Ортодонтия - ҡатмарлы фән. Бында бер төрлө осраҡтар һәм бер төрлө дауалау алымдары булмай. Бөтәһе лә диагностик мәғлүмәт йыйыуҙан башлана, улар буйынса коррекциялау планы төҙөлә, ә ул бер генә йыл дауам итмәй. Эйе, ортодонт үҙенең пациенттарын кәмендә 1,5-2 йыл күҙәтә. Шунлыҡтан кешеләр менән ихтирамлы мөнәсәбәттә булыу, төрлө йәштәге һәм төрлө характерлы ауырыуҙар менән уртаҡ тел табыу мөһим.
- Пациенттарыбыҙ беҙҙең өсөн хәҙер инде ғаилә ағзалары кеүек, -тип һүҙгә ҡушыла Раян Рәхим улы. – Беҙ дауалау барышында килеп тыуған бөтә проблемаларҙы хәл итергә тырышабыҙ. Студенттар, мәктәп уҡыусылары, ситтән килгән пациенттар өсөн айына бер тапҡыр шәмбе көндәрендә ҡабул итеү ойошторолған.
Ә инде табип та, пациент та көткән төп һөҙөмтә – сәләмәт тештәр һәм матур йылмайыу. Шуға ла күптәрҙең оҙайлы дауалау үткәндән һуң үҙ стоматологын йылмайыу бүләк итеүсе тылсымлы фея менән сағыштырыуы ғәжәп тә түгел.
Стоматология кабинеты Шафран ауылы, Совет урамы, 3 адресы буйынса урынлашҡан.
Ауырыуҙар эш көндәрендә 9 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.
Ҡабул итеүгә яҙылыу өсөн тел. 2-51-54, 8-937-348-3516.
Реклама хоҡуҡтарында