Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
7 Февраль 2020, 11:35

“Хәрәкәттә – бәрәкәт”, - тип Әйткән ололар бик хаҡ.

Ниғмәтулла ауылында йәшәүселәр өсөн спорт байрамы үткәрелде. Сараны мәҙәниәт йорто һәм биләмә хакимиәте менән берлектә ауыл китапханаһы ойошторҙо.

Йыйылыусылар теннис, дартс, армрестлинг, шашка буйынса ярыштарҙа ҙур теләк менән ҡатнашты. Сара бик күңелле үтте. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа спорт уйындарынан ҡәнәғәт ҡалып, илһам-дәрт, ыңғай тәьҫораттар һәм, әлбиттә, бүләктәр алды.

Алина СӘЛӘХОВА,
район мәҙәниәт йорто методисы.
Читайте нас: