Лифтҡа йәки подъезға ингәс, кеҫә телефонынан һөйләшмәгеҙ, тимер ҡоршау менән уратып бүленгән урын телефондың нурланыу көсөн арттыра. Телефон сигналы вагон, лифт корпусының тимер сиктәренә ҡағылып, күпкә көсәйеп, кире ҡайта һәм мейегә зыян килтерә. Йоҡо бүлмәһендә, карауат эргәһендә кеҫә телефонын зарядкаға ҡуймағыҙ. Ғалимдар әйтеүенсә, ярты метрҙан арыраҡ ятҡан кеҫә телефоны юғары вольтлы сым аҫтында ял итеп ятыу менән тиң. Телефон зарядкала торғанда ла һөйләшеү тыйыла. Көслө нурланыу алырһығыҙ.