-2 °С
Ҡар
Был йәһәттән Ҡытай менән авиабәйләнеш сикләнде, тимер юл бәйләнеше туҡтатылды Хөкүмәт ҡабул иткән ҡарарға ярашлы, Рәсәй туристар төркөмө менән визаһыҙ килгән Ҡытай граждандарын ҡабул итеүҙе ваҡытлыса туҡтата, ил Президенты Владимир Путин бойороғо буйынса Рәсәй граждандарын эвакуациялауға Хәрби-йыһан көстәре самолеттары йәлеп ителә, тип хәбәр итә “РИА Новости” Рәсәй халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) мәғлүмәттәре буйынса, әле Ер шарында 14 557 кеше коронавирустың яңы төрөн йоҡторған. Шуларҙың 14411-е – Ҡытайҙа йәшәүселәр. Башҡа 20 илдә 146 сирле асыҡланған.
Фото: Яндекс