һәм ул яҡтан фронттан килгән кеүек хәбәрҙәр килә – ауырыу үҙ ҡорбандарын алып ҡурҡыныс тиҙлек менән тарала. Яңы типтағы коронавирус яңынан-яңы территорияларҙы яулауын дауам итә. Был ниндәй эпидемия һәм унан нисек һаҡланырға?
Роспотребнадзор беҙҙең илдә үлемесле вирус йоҡтороу осраҡтары теркәлмәне, тип билдәләй. Әммә бөгөн сиктәр бөтә ерҙә асыҡ, күптәр Ҡытайҙа йәшәй, уҡый һәм эшләй. Улар араһында, әйткәндәй, беҙҙең район кешеләре лә бар. Кешеләр Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәренә ял итергә оса, шуға ла инфекция таралыуға юл ҡуймау буйынса тейешле саралар күрелә.
Мәҫәлән, Өфөлә Ҡытайға авиарейстар тулыһынса туҡтатылды. Аэропортта көсәйтелгән санитар контроль эшләй, Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре имен булмаған төбәктәрҙән килгән пассажирҙарҙың бөтәһен дә тепловизор ярҙамында температураһын тикшерә. Ростуризм тәҡдиме буйынса Ҡытайға путевкалар һатыу туҡтатылған.
Коронавирус инфекцияһының билдәләре ниндәй һуң? Кешелә юғары температура, йүтәлләү күҙәтелә, тын алыуы ауырлаша. Йәғни тәүге билдәләре менән ул киҫкен респираторлы инфекцияларға йәки грипҡа оҡшаған, ти эпидемиологтар. Шулай уҡ уның диарея, күңел болғаныу, ҡоҫоу күҙәтелгән эсәктәр инфекцияһын да хәтерләтеүе мөмкин.
Вирус кешенән кешегә һауа-тамсы юлы менән күсә, шулай уҡ һауа-туҙан, аралашыу-көнкүреш юлы менән йоғоуы ла ихтимал. Инкубация осоро бер-ике тәүлектән 14 тәүлеккә тиклем дауам итә. Ауырыу сығанағы булып хайуандар (ярғанаттар, йыландар), баҙарҙа һатылған диңгеҙ продукттары тора, тип фаразлана.
Ауырыуҙы иҫкәртеү саралары сифатында медиктар иң тәүҙә эпидемиологик яҡтан имен булмаған илдәргә барыуҙан тыйылып торорға тәҡдим итә. Инфекция ауырыуҙары миҙгелендә битлектәр кейергә, ҡулдарҙы мөмкин тиклем йышыраҡ һабын менән йыуырға, дезинфекциялы йәки спиртлы салфеткалар ҡулланырға, йыуылмаған ҡул менән күҙҙәрҙе, танауҙы, ауыҙҙы тотмаҫҡа кәрәк. Халыҡ күп йыйылған урындарҙа булыу ваҡытын кәметергә тырышырға, айырыуса урамдан ингәс һәм халыҡ күп йыйылған урындарҙан ҡайтҡас, танау ҡыуышлығын йыуҙыртырға, иҙәнде даими йыуырға, бүлмәне елләтергә һәм һауаны дымландырырға кәрәк. Һәм, әлбиттә, организмдың инфекцияларға ҡаршы тороу һәләтен күтәреү өсөн сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, ваҡытында йоҡларға, аҡһымға, витаминдарға һәм минералдарға бай аҙыҡ ҡулланырға, күберәк хәрәкәтләнергә кәрәк. Ә сирҙең тәүге билдәләре беленеү менән ашығыс рәүештә медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итергә, үҙ-үҙеңде дауалау менән шөғөлләнмәҫкә кәрәк.