Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
19 Декабрь 2019, 20:45

“Беҙгә табиптар килде!”

Бәләкәй һәм Иҫке Аҡҡолай ауылдары халҡы шатлыҡтары менән уртаҡлаша.

Күптән түгел Раевка үҙәк район дауаханаһына күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡайтартылыуы тураһында беҙ “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитендә яҙғайныҡ инде. Кәрәкле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған махсус автобус районыбыҙҙың Уваровка, Мәндән, Нефороща, Байдаковка, Дим ауылдарында булды ла инде. Бөгөн мобиль медпункт – Аҡҡолайҙа.

- Тәү сиратта беҙ табиплыҡ амбулаториялары һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары булмаған ауылдарға сығабыҙ, - ти Раевка үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы мөдире Рафаэль Сәйәпов. – Бригадала участка терапевы, фельдшер, акушер, шәфҡәт туташтары бар. Йөрөй алмағандарҙың өйҙәренә барабыҙ.

Читайте нас: