Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
9 Декабрь 2019, 15:40

Иң файҙалы ун ризыҡ

Ауырығанда дарыуға тотонғансы һыуытҡысты асып ҡарағыҙ.

Табибә Франциска Рубин Focus журналында баҫылған мәҡәләһендә “ауырымаҫ өсөн дөрөҫ туҡланырға тырышығыҙ”, ти. Уныңса, был ризыҡтар дарыуҙы алмаштыра һәм сәләмәтлекте нығыта. Шул уҡ ваҡытта, табибә айырым осраҡтарҙа дарыуға бер ниндәй аҙыҡ та альтернатива була алмауҙы билдәләй. Иң файҙалы продукттар булараҡ, ул һоло, бал, имбирь, куркума, кәбеҫтә, бәрәңге, һуған, тоҙ, лимон, үҫемлек майҙарын атай. Эсәктәр өсөн кәбеҫтә менән һоло айырыуса мөһим. Холестеринды кәметеү менән бер рәттән, уларҙың күҙҙәргә ыңғай тәьҫире лә бар, яман шеште лә иҫкәртә. Дезинфекциялауға килгәндә тоҙ менән бал файҙалы. Бронхитты дауалағанда бал яҡшы һөҙөмтә бирә, ти ул. Баш ауыртҡанда лимонлы кофе ярҙам итһә, ҡан тамырҙарын таҙартыуҙа имбирь файҙалы икән. Ул шулай уҡ ҡандағы шәкәрҙе кәметә, аҙыҡты эшкәртеүгә ярҙам итә, бөйөрҙәргә файҙалы.

фото/яндекс
Читайте нас: