Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
3 Декабрь 2019, 18:15

Инсульт була күрмәһен

Инсульттың өс билдәһе бар, әгәр ҙә әлеге билдәләрҙең береһе генә күҙәтелһә лә ашығыс рәүештә табип саҡыртырға кәрәк.

Инсульт булғанда кинәт кенә ҡан баҫымы күтәрелә, күҙ күреме насарлана, әйберҙәр икәү булып күренергә мөмкин. Биттең йәки тәндең бер яғы ойоғандай тойола, кинәт кенә баш өйәнәге башлана. Инсультты таныуҙың өс билдәһен иҫтә ҡалдырырға ҡуша табиптар: йылмайырға, һөйләшеп ҡарарға һәм ике ҡулды күтәреп ҡарарға кәрәк. Инсульт булғанда йылмайыу "ҡыйыш" булырға мөмкин, сөнки бер яҡтың мускулдары "тыңламай" башлаясаҡ. Кеше үҙ исемен дә әйтә алмаҫҡа мөмкин. Инсульт кисереүсе ике ҡулын бер төрлө итеп күтәрә алмай. Шуға ла әлеге билдәләр күҙәтелһә, киҫекмәҫтән табип саҡыртырға кәрәк.
фото/яндекс
Читайте нас: