Әлшәй хәбәрҙәре
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
2 Декабрь 2019, 17:10

Республикабыҙ өсөн ФАПтар – ҙур бүләк

Өфөгә эш сәфәре менән килгән РФ Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова Башҡортостандың район дауаханалары баш табиптарына 9 күсмә ФАП һәм 4 ашығыс ярҙам машинаһы асҡыстарын тапшырҙы.

Мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты Раевка үҙәк район дауаханаһына ла бирелде. Күсмә фельдшер-акушер пункты медицина тикшеренеүҙәре үткәреп, сирҙәрҙе тәүге стадияһында асыҡлау, дауалау-профилактика ярҙамы күрһәтеү, ауыл халҡын сифатлы медицина хеҙмәте менән тәьмин итеү өсөн билдәләнгән. “ПАЗ” автобусы нигеҙендәге күсмә комплекс барлыҡ кәрәкле медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. ФАП эсендә өс зона – медперсонал өсөн урын, ҡабул итеү һәм процедура кабинеты бар. Алғы өлөштә пацинттар өсөн көтөп торорға ла урын бар. Бындай ФАП халыҡ һаны 100 кешегәсә булған ауылдар өсөн иҫәпләнгән. – Берҙәм тырышлыҡ һәм милли проекттар ярҙамында республикала 2500 мең кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуға ирештек. Был ҙур бер торлаҡ пункты тигән һүҙ. Беҙҙең республикабыҙ өсөн күсмә ФАПтар ҙур бүләк ул, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров асҡыстарҙы тапшырыу сараһында.
Читайте нас: