Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
25 Ноябрь 2019, 16:42

Һуған ҡабығын ташларға ашыҡмағыҙ

Һуғанды таҙартҡандан һуң ҡайһы бер хужабикәләр шунда уҡ уның ҡабығын ташларға ашыға. Юҡҡа ғына!

Һуғанды таҙартҡандан һуң ҡайһы бер хужабикәләр шунда уҡ уның ҡабығын ташларға ашыға. Юҡҡа ғына! Ул кеше организмына бик яҡшы йоғонто яһаусы ҡиммәтле матдәгә – кверцетинға бай. Халыҡ медицинаһында һуған ҡабығын йөрәк, бөйөр, вируслы ауырыуҙарҙы, хатта онкология сирҙәрен дауалауҙа ҡулланалар. Унан әҙерләнгән төнәт­мәләр организмды ағыулы матдәләрҙән, йылдар буйы йыйылған токсиндарҙан таҙарта, ҡан баҫымын төшөрөүгә бу­лышлыҡ итә, еңелсә бәүел ҡыуыу үҙен­сәлегенә эйә, йөрәккә, ҡан тамырҙарына ыңғай йоғонто яһай, абсцестарҙы, сиҡанды, дерматитты, ҡауаҡты, тырнаҡтарҙағы бәшмәкте дауалай.
Дауаланыу өсөн һуғандың таҙа, ялтырап торған ҡабығын файҙаланалар.

Киҙеүҙе иҫкәртеү өсөн
Биш ҡалаҡ яңы өҙөлгән ҡарағай ылыҫына ике ҡалаҡ һуған ҡабығы һәм бер балғалаҡ татлы тамыр үләне (солодка) тамырын ҡушып бутап, өҫтөнә 2 л һыу ҡойоп, талғын утта 20 минут бешерергә. Һуңынан ике ҡалаҡ иҙелгән гөлйемеш емеше ҡушып, термосҡа ҡойоп, иртәнгә тиклем тоторға. Был төнәтмәне көнөнә 0,5 – 2 л эсергә мөмкин.

фото/яндекс

Читайте нас: