Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
20 Ноябрь 2019, 18:08

Табип ҡабул итеүенә нисек яҙылырға?

Редакцияға көн һайын тиерлек район дауаханаһы регистратураһы телефонын, контакт-үҙәк аша нисек яҙылыуҙы һорап шылтыраталар.

Беҙ табип ҡабул итеүенә яҙылыуҙың бөтә төрҙәрен тағы ла бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрөргә булдыҡ. Раевка үҙәк район дауаханаһынан хәбәр итеүҙәренсә, һеҙ поликлиника регистратураһына шәхсән мөрәжәғәт итә йәки 8 (34754) 2-20-62, 2-38-28 ( өлкәндәр өсөн регистратура), 2-39-65 (балалар консультацияһы регистратураһы), 3-22-08 (стоматология бүлеге) телефондары буйынса ҡабул итеүгә яҙыла алаһығыҙ. Мобиль телефондан (МТС, Мегафон, Билайн, Coтел, Теле2) республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы контакт-үҙәгенең бушлай ҡыҫҡа номеры буйынса шылтыратырға мөмкин. Беҙҙең дауалау учреждениеһы коды – 540.

Ҡабул итеүгә шулай уҡ поликлиникала ҡуйылған инфомат, gosuslugi.ru порталы аша ла яҙылырға була.

Республиканың doctor.bashkortostan.ru берҙәм медицина порталында яҙылыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре сайтында теркәлеү үтергә һәм Идентификациялау һәм аутентификациялауҙың берҙәм системаһында раҫланған иҫәптә тороу яҙмаһын алып килергә кәрәк. Бының өсөн күп фунциялы үҙәккә паспорт менән мөрәжәғәт итегеҙ.

Ашығыс медицина ярҙамы саҡырыу өсөн тел. 03, 8 (34754) 2-20-00, 112.

Диспансерлаштырыу буйынса һорауҙар менән 8-927-353-5303 телефоны буйынса медицина профилактикаһы бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.

фото/яндекс

Читайте нас: